Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2021, 08:35

Бүреләр ҡотора

Һуңғы осорҙа йыртҡыстарҙың ауылдарға инеп йорт хайуандарын ҡырыуы, кешеләргә хәүеф менән янауы йыш осрай.

Яңыраҡ Дыуан районының Митрофановка ауылы янында һунарсылар бер һәм ике йәшлек биш бүрене атып алған. Йыртҡыстарҙың ауылға инеп зыян килтереүе хаҡында һунарсылыҡ инспекцияһына кешеләр шылтыратып әйтә. Биш кешенән торған бригада шунда уҡ әйтелгән урынға йүнәлә һәм өйөр артынан ҡыуа төшә.
Фото - "Дыуан хәбәрҙәре" гәзитенән.
Читайте нас