Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2021, 10:30

Алдаҡсылар еңелеүе…

Шулай тип яҙып сыҡты Норвегия матбуғат саралары Рәсәй биатлонсыларының донъя чемпионатында мәсхәрәгә ҡалғанынан һуң.

«Яҡшы булды әле ул. Алдаҡсылар үҙҙәре-үҙен хөкөм итте. Рәсәй спортсылары элек допинг ҡулланып, ғәҙелһеҙ еңде, ә хәҙер бер ни ҡыла алмайҙар. Еңерҙәр ине лә, юҡ шул, хәҙер килеп сыҡмай. Был беренселек Норвегия вәкилдәренең ҙур триумфы менән тамамланды. Яңы «йондоҙ»ҙар балҡып сыҡты. Биатлон спорты көслөләнде, сөнки алдаҡсылар көсһөҙләнде...», тип гәзит биттәрен тулдырҙы улар.
Фото: ТАСС.
Читайте нас