БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 февралгә ҡарата яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаның тәүге компоненты 73442 кешегә эшләнгән. Шуларҙың 16012-һе вакциналауҙың икенсе этабын да үткән.
Бөтәһе республикаға 113 592 доза «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһы алынған. Вакцина эшләтеү өсөн 97 пункт эшләй.
Коронавирустан вакцина эшләтеү өсөн түбәндәге ысулдар менән яҙылырға мөмкин:
— Дәүләт хеҙмәте порталы аша;
— “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша йә //doctor.bashkortostan.ru/ республика сайтында;
— колл-үҙәктең берҙәм телефоны аша – 1301 һәм 122;
— үҙегеҙ йөрөгән поликлиниканың регистратураһы аша;
— Ковидҡа ҡаршы ситауция үҙәгенең телефоны аша: (347) 218-19-19.
Билдәле булыуынса, коронавирустан коллектив иммунитет булдырыу өсөн республика халҡының 70 проценты вакциналанырға тейеш.