Уны 23 февраль көнө кис тапҡандар. Ҡаты һыуыҡтар арҡаһында йорттоң йылытыу системаһы сафтан сыҡҡан һәм ҡатын, подвалға төшөп, үҙаллы торбаларҙы йылытырға маташҡан, тип фаразлайҙар.
Әле республикала аномаль һауа торошона бәйле, шәхси йорттарҙағы һыу һәм йылытыу системалары эшлектән сыға, шулай уҡ көслө ел газды һүндерә. Иғтибарлы булырға кәрәк.