Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2021, 13:30

«Салауат Юлаев» күтәрелә, «Витязь» төшөп ҡалды, «Йокерит» ситтә уйнаясаҡ

Кисә «Салауат Юлаев» командаһы Ригала урындағы «Динамо» клубын 3:1 иҫәбенә отоп, һигеҙенсе осрашыу рәттән еңелеү кисергәне юҡ.

Хәҙер улар Көнсығыш конференцияһында «Металлург»ты бер мәрәйгә уҙып, өсөнсө урынға күтәрелде. Иртәгә улар «Авангард» менән сәкәләшәсәк.
Көнбайыш конференцияһында ла плей-оффҡа сыҡҡан бар командалар ҙа билдәле булды. Һуңғы бер урынға дәғүә иткән «Спартак» менән «Витязь» клубтары тырыша торғас, һуңғыһы юғалтыу кисерҙе һәм «Спартак» уйынсылары китеп барған поездың тупһаһына һикереп ҡалып, көслө һигеҙ командалар иҫәбенә эләгеп ҡалды. Тағы шуныһы билдәле булды: Финляндияның «Йокерит» уйынсылары коронавирис пандемияһын күҙ уңында тотоп, плей-офф осрашыуҙарын дәғүәсеһенең майҙанында уҙғарасаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас