Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2021, 11:40

Республикала үтә мөһим эшкә ирекмәндәр йыйыла

Башҡортостанда төҙөкләндереү объекттары буйынса тауыш биреүҙе алып барыу өсөн волонтерҙар туплана. Теркәү 22 мартҡа тиклем дауам итә.

26 апрелдән 30 майға тиклем 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт майҙандарын формалаштырыу буйынса тауыш биреүҙәр үтергә тейеш. Халыҡ үҙе ҡайһы паркты йә скверҙы, йылға буйын төҙөкләндергеһе килә, шуға тауыш бирә. Эштәр ҡаҙна аҡсаһына башҡарыласаҡ.
Ирекмәндәрҙе теркәү DOBRO.RU. платформаһында ойошторола (https://dobro.ru/event/10042161)

Әүҙем, коммуникабель һәм 18 йәштән өлкәндәр йыйыла.
Төҙөкләндереү эштәре "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты буйынса уҙғарыла. Тауыш биреүҙәр Рәсәйҙең һәр субъектында үтә.
Әйткәндәй, быйыл беҙҙә 130 территория яңыртыласаҡ. Әле бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәре - Бәләбәй, Бөрө, Ишембай ҡалаларында проекттар тамамланған. 2020 йыл конкурсында Ағиҙел, Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө ҡалалары, Николо-Березовка ауылы буйынса проекттар иң алдынғы биш еңеүсе исемлегенә ингән. Был йылда тағы һигеҙ проект буйынса төҙөкләндереү эштәре башҡарылырға тейеш.



Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас