Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2021, 09:16

Нәфсеһен тыя алмаған...

Өфөлә йәшәүсе ҡатын табипҡа инер саҡта шәшке тунын табиптың кабинеты янындағы эскәмйәлә ҡалдырып, сиратта ултырған ҡатындан уны ҡарап тороуын һораған.

Табиптан сығыуына ҡатын да, 190 мең һумлыҡ тун да юғалған...
Полиция хеҙмәткәрҙәре бурбисәне тотҡан. 36 йәшлек ҡатын ғәйебен танған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас