Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән был проект 473 502 һум аҡса отҡайны. Ул алты айға иҫәпләнгән.
Проекттың маҡсаты: башҡорт телендә мультимедиа продукттары төҙөп, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре араһында таратыу. Быға башҡорт фольклоры, милли йолалары, әкиәттәре менән таныштырыу инә.
Китапханала грант проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн бөтә шарт тыуҙырылған: онлайн-студия эшләй, дистанцион саралар уҙғарырға мөмкин, яҡтылыҡ, милли кейемдәр, әҙәби әҫәрҙәр...
Медиаволонтерҙар, педагогтар, социаль партнерҙар ҡолас ташлап эшкә тотондо.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.