Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2021, 02:56

Өфөлә биш тораҡ йорт йылыһыҙ ҡалған

Ә урамда ҡот осҡос көслө буран, һыуыҡ...

Кисә Өфөнөң Совет районында коммуналь авария һөҙөмтәһендә 5 йорт йылыһыҙ ҡалған. Граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәте буйынса, Антонов урамындағы 2-се, 4-се йорттар, Карл Маркс урамындағы 52-се, 54-се һәм 83-сө йорттар эҫе һыу тәьминәтенән өҙөлгән. Ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар, ҡаланың Торлаҡ хужалығы идаралығы һәм БАШРТС предприятиеһының авария бригадалары эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе асыҡлана, авария эҙемтәләре юҡ ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ай башында шундай уҡ коммуналь авария булып, 32 йорт йылыһыҙ ҡалғайны.
Фото: "КП".
Читайте нас