Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов Russia Drift Series пилоты Юрий Невский менән осрашҡан һәм уның «тимер ат»ын һынап ҡараған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә һөйләй.
Ғилметдинов профессиональ спортсының күҙәтеүе аҫтында махсус трассала йөрөгән һәм бер нисә тапҡыр «дрифт» яһап та күрһәткән. «Динар Заһит улына ултырып йөрөгән юҡ ине әле», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша спортсы.
Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, профессиональ дрифтерҙар бер ваҡытта ла дөйөм файҙаланыуҙа булған юлдарҙа үҙенең һөнәрен күрһәтмәй, тик махсус трассала ғына йөрөй.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.