Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2021, 15:15

Онкодиспансер ни өсөн һарыҡ ҡаны һатып аласаҡ?

Был пациенттарҙы дауалау өсөн бик кәрәк. ⏬

Өфөләге Республика клиник онкология диспансеры дәүләт һатып алыуҙары сайтына 264 мең һумға 120 флакон стерилле һарыҡ ҡанын һатып алыу тураһында ғариза ҡуйған.
Баҡтиһәң, медицинала был препарат ярҙамында патоген микроорганизмдар үрсетеү өсөн туҡлыҡлы мөхит булдыралар. Онкосирле пациенттарҙан алынған пробаларҙы ла тикшереү өсөн таҙартылған һарыҡ ҡаны бик ҡулайлы икән.
Аукцион 16 февралдә башланды һәм 24-нә хәтле барасаҡ.
Фото:Т. Аманов
Читайте нас