Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2021, 06:55

Ибраһимов бульвары милли проект буйынса ремонтланасаҡ

Бында эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса 2021-2022 йылдарҙа башҡарыласаҡ. Аҡса сығымдарын федераль, төбәк һәм урындағы бюджет ҡаплаясаҡ. ⏬

Ибраһимов бульвары Өфөнөң уртаһында урынлашҡан һәм унан транспорт күп йөрөй, кешеләр юлды рәтләгеҙ тип күпләп ялыу яҙа. Былтыр проект документтары дәүләт экспертизаһы үткән. Уны ыңғай баһалағастар подрядсы һайлау буйынса конкурс үткән.
Бында 1,7 саҡрым ара капиталь ремонтланасаҡ. Эштәр ике йыл буйы барасаҡ, ара-тирә һыҙаттар һәм юл тулыһынса ҡапланасаҡ.
Фото: Администрация городского округа город Уфа
Читайте нас