Күгәрсен районының Теләүембәт ауылының сәләмәт тормош яратҡан халҡы бағыусылар ярҙамында боҙ майҙансығы төҙөгән. Хәҙер улар өр-яңы хоккей ҡумтаһында рәхәтләнеп яратҡан уйынын уйнай, боҙ шыуа. Хатта башҡа ауылдарҙан килеүселәр ҙә бар. Теләүембәттәр шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәрен дә онотмай. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл байраҡ” колхозына етәкселек иткән, партия ойошмаһы секретары бурыстарын башҡарған Рамаҙан Әбдрәхимов иҫтәлегенә уның улдары һәм ауылдаштары йыл һайын район-ара ярыштары уҙғара, балаларға спорт кәрәк-яраҡтары бүләк итә, иң яҡшы уйынсыларҙы һәм командаларҙы бүләкләй. Быйыл ярыш 10-сы тапҡыр үткәрелде һәм Күгәрсендән генә түгел, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан да спортсылар килде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов быйыл ярыштың приз фондын арттырыу тураһында хәбәр итте. Хәҙер 1-се урын өсөн спорт магазиндарының береһендә хоккей экипировкаһы һатып алыуға – 50 мең, 2-се урынға – 40 мең, 3-сө урынға иһә 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.