Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорттарының береһендә йәшәүселәр бите-ҡулы ҡанланып бөткән ҡатындың йүгереп сығыуына шаһит булған.
Саҡырыу буйынса килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре подъезда төрсиктә генә йөрөгән 29 йәшлек иҫерек ирҙе тапҡан. Ир йәмһеҙ ҡысҡырып, тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ташланып маташҡан, әммә уны тиҙ арала бығаулап, полиция бүлегенә алып киткәндәр.
Асыҡланыуынса, ир көнө буйы хәмер эскән. Иҫереп, әсәһенең башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан, бысаҡ алып, үлтереү менән янаған. Ҡатын ҡулы менән битен ҡаплап өлгөргән – бысаҡ уның ҡулына тура килгән.
Ирҙең атаһы ауыр сир кисергән һәм квартира буйлап ауырлыҡ менән йөрөгән. Шуға ҡарамаҫтан, аҡылдан шашҡан улының ҡулынан бысаҡты тартып алған, әммә улы уның битен ҡырҡып өлгөргән. Бынан һуң ирле-ҡатынлы квартиранан ҡасып сығып, күршеләренә йәшенгәндәр.
Әлеге ваҡытта иргә ҡарата адмннистратив эш ҡуҙғатылған. Суд ҡарары буйынса ул биш тәүлеккә төрмәгә ултыртылған һәм биш меңгә штрафланған. Бынан тыш, уға ҡарата ике енәйәт эше лә ҡуҙғатылған.