Бөгөн, 21 февралдә, иртәнсәк Өфөнөң Баҡалы урамында автомобиль янып киткән. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итәләр.
Ғәҙәттән тыш хәл “Бишенсе һанлы икмәк заводы” туҡталышы янында булған. Фотоның авторы – эргәләге йорттарҙың береһендә йәшәүсе кеше. Ул балкон тәҙрәһенән һоро дым бағанаһын күреп, фотоға төшөрә һәм социаль селтәрҙәргә һала. Водитель утты һүндереп маташа, әммә уңышһыҙ. Ут инспекторҙар һәм ут һүндереүселәр ярҙамы менән һүндерелгән.