20 йәшлек футболсы былтыр беҙҙән «Спартак» командаһына күскәйне. Әммә улар өсөн туғыҙ осрашыуҙа ҡатнашып, һөҙөмтәгә өлгәшә алманы. Мәскәү клубы етәкселеге уны составҡа ҡуйыуҙан баш тартҡас, «Өфө» командаһы уны арендаға алырға булды. Әгәр составта нығынып китһә, һуңынан уны һатып алыуы хаҡында ла белдергән.