Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2021, 12:30

Екатерина Андрееванан оҙаҡ йәш ҡалыу сере

Беренсе каналдың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы Екатерина Андреева һәр ваҡыт йәш һәм дәртле күренә. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ул битен-йөҙөн бысаҡ аҫтына ятып шымартмаған. Быйыл ноябрҙә 60 йәшен тултырасаҡ ханымдың шулай оҙаҡ йәш ҡалыуының сере бар икән.

Уныңса, йәш күренеүе яҡшы генетиканан һәм дөрөҫ туҡланыуҙан. Быға даими күнекмәләр яһау ҙа өҫтәлә. Шул ғына.

Ошо көндәрҙә ул “Инстаграм”ға иртән эсергә яратҡан эсемлегенең рецебын да һалған.
Йәшел коктейль шпинат, фенхель, укроп, салат япрағы, цукини, бер аҙ стевия (үлән) сиробынан тора. Ул энергия бирә, йәшлекте оҙайта.

Тағы бер лайфхак: Екатерина ханым арыуҙан ҡотолоу өсөн елкәһенә 15 килограмм тартҡан ауырлыҡ һалып, приседание эшләй. Аҙаҡтан елкәңдән йөктө лә алып ташлайһың, арыу ҙа һыпырылып юҡҡа сыға, ти ул.
Фото: vk.com
Читайте нас