Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2021, 08:15

Бөгөн – Халыҡ-ара йорт хайуандарын һөйөү көнө

Әгәр ҙә мәгәр һеҙҙең менән ниндәйҙер йән эйәһе йәшәһә, был көндө уға айырыуса иғтибар күрһәтегеҙ, һыйлағыҙ, һыйпағыҙ. Тигән булайыҡ шаяртып. Ә беләһегеҙме, Рәсәй йорттарында нимәләр күберәк аҫрала? Шуны асыҡлаусылар ҙа табылған.

Иң беренсе урында, әлбиттә, бесәй. Беҙҙең илдә сама менән 17 миллион бесәй өйҙә йәшәй.
Икенсе урында – эт. 12,5 миллион эт хужаһын тапҡан.
Өсөнсө урында – балыҡ. Эйе, аквариум балыҡтары. Ниңәлер яҡынса иҫәбе лә юҡ.
Дүртенсе урында – ҡоштар. 1,5 миллион баш тирәһе ҡош (моғайын, күпселеге тутыйғоштор) йорт-фатирҙа көн күрә.
Бишенсе урында – кимереүселәр. Уларҙың да нисәү икәнен самалап яҙмағандар.
Аҫраһағыҙ ҙа, аҫрамаһағыҙ ҙа йәнлек-ҡоштарға мәрхәмәтле булығыҙ!
Фото: vk.com
Читайте нас