Форумдың практик өлөшөндә ирекмәндәр оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, 21 февралдә башланып 11 октябргә - Республика көнөнә тиклем дауам итәсәк “Башҡорттар” конкурс-марафонының презентацияһын үткәрәсәк. “Башҡорт Википедияһының үҫеш перспективалары” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә активистар көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ һәм киләсәккә пландар билдәләйәсәк. 20 февралдә сәғәт 12-лә башланасаҡ форум саралары(н) https://youtu.be/g1U3pzPQUWI һылтанмаһы буйынса Ютуб каналында күрһәтеләсәк.
Белешмә: Башҡорт Википедияһы тиҙ үҫеүсе проекттарҙың береһе булып тора һәм донъя буйынса ғәмәлдәге 300 бүлек араһында беренсе йөҙ иҫәбенә инә. Әлеге ваҡытта унда дөйөм һүҙҙәр күләме 20 миллиондан ашыу тәшкил иткән 55 меңдән ашыу мәҡәлә бар. “1000 мотлаҡ мәҡәлә” проектында Башҡорт Википедияһы донъяла - 29-сы, Рәсәйҙә - икенсе һәм төрки телле бүлектәр араһында беренсе урын биләй. 2021 йылдың ғинуарында башҡорт телендәге мәҡәләләрҙе 44 мең урындан 1 миллион 905 мең тапҡыр уҡығандар. Ғинуарҙа “Инглиз теле”, “Ғәли Соҡорой”, “Салауат Юлаев”, “Башҡорт теле”, “Мостай Кәрим” мәҡәләләре, шулай уҡ бүлектең белешмә биттәре иң күп уҡылған.