Был хаҡта «Көньяҡ Урал» сайты хәбәр итә.
«Супер бесәй!» Иғландың авторы бесәйен шулай тип һүрәтләгән. Уның нимәһе «суперҙыр», быға аңлатма бирмәгән «сауҙагәр».
23 ғинуарҙа ҡуйылған иғланды 12 меңдән ашыу кеше ҡараған. Силәбелә бындай иғландар тәүге тапҡыр баҫылмай икән. Күптән түгел берәү бесәй балаһын 7 миллионға һатырға маташҡан. «Донъялағы иң яҡшы бесәй, аҡыллы, хужаһының муйынында йоҡлай һәм төрлө ауырыуҙарҙы дауалай», – тигән ул үҙенең иғланында .
Ысынында иһә, донъялағы иң ҡиммәт бесәй – саванна тоҡомло бесәй, уның ауырлығы 15 килограмға етергә мөмкин, хаҡы – 1,6 миллион һум. Тағы бер ҡыйбатлы бесәй, «Аҡ барыҫ» тоҡомлоһо 185 мең һум тора.