Бында яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, йөк һәм еңел машиналар өсөн туҡталыу урыны, магазин һәм кафе буласаҡ. Объекттарҙы төҙөү өсөн 450 миллион һум инвестиция йәлеп ителәсәк. Унда 80 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Йыл аҙағынаса республикала 5 юл яны комплексы барлыҡҡа киләсәк. Улар Өфө һәм Кушнаренко райондарында төҙөләсәк.