Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2021, 09:45

Ҡурған өлкәһе вәкилдәре уҡыусыларҙы ашатыу буйынса тәжрибәбеҙҙе өйрәнергә килде

Мәктәптәрҙә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙе ойоштороу мәсьәләһе көн үҙәгендә ҡала. Беҙҙең республика 2019 йылда ошоға бәйле конкурста ҡатнашып икенсе урын яуланы. Был хаҡта Ҡурған өлкәһендә лә ишеткәндәр һәм ошо көндәрҙә тәжрибә уртаҡлашырға килделәр.

Өлкәнең Агросәнәғәт комплексы департаменты директоры урынбаҫары Максим Самойлов белдереүенсә, туҡланыуҙы ойоштороу процесының ыңғай һөҙөмтәһен күреп, өйрәнеү өсөн махсус килгәндәр.

Делегацияны Өфө районының “Мәктәп туҡланыуы комбинаты”на һәм “Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге”нә алып барғандар. Ҡунаҡтар һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынған: ауыл хужалығы етештереүселәре менән эшләү, эшкәртеүселәр менән хеҙмәттәшлек, логистика, һатыу нөктәләре менән берлектә эш алып барыу һ.б.

Ситтән беҙгә тәжрибә өйрәнергә киләләр икән, тимәк, уңыштар һәм ҡаҙаныштарыбыҙ тураһында беләләр. Ә беҙ иһә ихласлап белгәнебеҙҙе өйрәтәбеҙ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас