Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2021, 19:46

Табиптарҙы тәбрикләнеләр

Бөгөн Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Федерацияһы президентының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырылған Луки Крымский миҙалы менән Йылайыр үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлеге фельдшеры Оксана Рачкова бүләкләнде.
Бөтә дәүләт наградалары ла медицина хеҙмәткәрҙәренә яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә индергән шәхси өлөшө өсөн тапшырылды.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, республиканың барлыҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе һәм был тантаналы сараның юҡҡа ғына Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үтмәүен билдәләне.
«Был залға беҙ һеҙгә – табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтер өсөн йыйылдыҡ. Пандемия шарттарында һеҙ ысын мәғәнәһендә Ватанды һаҡлаусылар булдығыҙ”, – тине.
Пандемия осоронда Башҡортостанда тиҙ арала махсус койкалар фонды булдырылды, дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары һатып алынды, медицина персоналы әҙерлек үтте. Бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер түгел ике COVID-госпиталь төҙөлдө. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге асылып, эшләй башланы. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып халыҡты вакциналауға күсте.
Премьер-министр 2021 йылдың Башҡортостан Башлығы тарафынан Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрөп, республикала алдағы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәрештәр көтөлөүен билдәләне. Атап әйткәндә, федераль үҙәктән матди ярҙамға таянып, 500 яңы медицина учреждениеһы төҙөү, 70-ен капиталь төҙөкләндереү планлаштырыла.
Фото:Башинформ.
Читайте нас