Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2021, 10:20

Эстондар ҙа биткә «төкөрҙө…»

Кисә биатлон буйынса донъя чемпионатының һигеҙенсе ярыш көнөндә спортсылар супермикста көс һынашты.

Рәсәй командаһынан унда Эдуард Латыпов менән Евгения Павлова йүгерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был юлы ла улар биатлон һөйөүселәрен ҡыуандыра алманы. Һөҙөмтә ҡурҡыныс: 11 урын. Беҙҙе хатта эстондар ҙа уҙып китте. Ә инде еңеүсе булып француздар танылды. Ғөмүмән был беренселектә, тик Новегия (4 алтын, 1 көмөш, 3 бронза), Франция (2 алтын, 2 көмөш, 2 бронза) һәм Швеция (1 алтын, 2 көмөш, 2 бронза миҙал), биатлонсылары ғына еңеү байрам итә.
Бөгөн чемпионатта ял. Иртәгә иһә, беҙҙе эстафеталар ярышы көтә.
Фото: ТАСС.
Читайте нас