Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2021, 12:55

Башҡортостан Башлығының яңы Указы сыҡты

Радий Хәбиров бөгөн бик мөһим документҡа ҡултамғаһын ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты раҫланған, ул федераль үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш.

Республика етәксеһенең был Указы 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын үткәреүгә әҙерлек тураһында. Был дата буйынса кәңәшмә үткәйне, документ уның һөҙөмтәләренә ярашлы имзаланды:указ.

Башҡортостанда ойоштороу комитеты раҫланды. Ул федераль комитет менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк. Составы билдәләнде.

Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә саралар планы раҫланырға тейеш. Республика Хөкүмәтенә, указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Читайте нас