Ул ярымфиналда Греция спортсыһы Стефанос Циципасты өс партияла (6:4, 6:2, 7:5) еңеп, төп приз өсөн Хорватия тенниссыһы Новак Джокович менән алышасаҡ. Циципас быға тиклем данлыҡлы Рафаэль Надальде алдырып, ярымфиналға сыҡҡайны. Медведев уҙған йыл һөҙөмтәһе буйынса АТР турнирында еңеүсе булһа ла, Ҙур шлемда алдырғаны юҡ. АТР турнирҙарында ун тапҡыр еңеүсе булһа ла, Ҙур шлем турнирында бер тапҡыр ғына финалда уйнай әммә дәғүәсеһенә отола. Әлегә Рәсәй тенниссыларынан Ҙур шлем турнирҙарында ике тапҡыр Евгений Кафельников (1996, 1999 йылдар) һәм ике тапҡыр Марат Сафин (2000, 2005 йылдар) еңеүсе булып таныла. Ә инде Роджер Федерер менән Рафаэль Надаль 20-шәр тапҡыр төп призды яулай. Джокович иһә, 17 тапҡыр Ҙур шлемда еңеүсе була.