Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраля 2021, 18:50

Улар өсөн бөгөн плей-офф башланды…

Бына ошолай уҙа «йәшел»дәрҙең һәр бәйгеһе.

Ҡарауы үҙе бер кинәнес. Уға үҙәк белгестәр ҙә һоҡланыуын йәшермәй, КХЛ-дың иң матур биҙәктәренең береһе тип ебәрә. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ысынлап та осрашыу плей-офф уйындарының береһенә оҡшап, ике яҡ көйәрмәндәргә лә яҡшы тәьҫороттар ҡалдырғандыр. 1:0, 1:1, 2:1, 2:2 һәм төп ваҡыт тамамланыуға бер секунд тирәһе ваҡыт ҡалғанда, өфөләр еңеү шайбаһын индереп, быйылғы миҙгелдәге дөйөм иҫәпте тигеҙләй. Сөнки тәүге икә осрашыуҙа, ут күршеләр юлаевсыларҙы бер үк 4:1 иҫәбенә еңһә, йыл башында беҙҙә уҙған бәйгелә, өфөләр уларҙы 7:4 иҫәбенә отто һәм бөгөн дә 3:2 иҫәбенә алдырып, Башҡортостан көйәрмәндәренә байрам өҫтәне. Афарин!
Фото: ТАСС.
Читайте нас