Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2021, 08:15

Конструктор йыйылмаһында – Өфөнөң билдәле урындары

Өфөлә йәшәүсе 10 йәшлек Богдан конструкторҙа Өфөнөң төрлө күренекле урындарын йыя.

Малайға конструктор йыйыу оҡшай. Тик бер мәл әҙер әйберҙәрҙе йыйыу ялҡыта һәм ул яратҡан ҡалаһының билдәле урындарын йыя башлай.
Мәҫәлән, Республика көнөнә– Халыҡтар дуҫлығы монументы, аҙаҡ иһә “Ләлә-Тюльпан” мәсетенең макеты йыйыла.
Киләһе макет ниндәй тарихи урындан булыр – быныһы әле билдәһеҙ. Богдандың һеҙҙең дә тәҡдимдәрегеҙҙе ишеткеһе килә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас