Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2021, 17:20

Кеше талаусы тотолған

Өфөнөң Октябрь проспектында билдәһеҙ егет 25 йәшлек иҫерек егеткә бер нисә тапҡыр һуғып, уның телефонын тартып ала.

Полиция хеҙмәткәрҙәре кеше талаусыны эҙләп табып, ҡулға алған.
Алдан да бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 24 йәшлек егет урланған телефонды ломбардҡа тапшырып, аҡсаны тотоноп та өлгөргән.
Әлеге ваҡытта уның ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас