Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауыл өсөн ул бик мөһим һәм күптән көтөп алынған ваҡиға. Күгиҙелдә 400-ҙән ашыу кеше ФАП республика етәксеһе Радий Хәбрировтың күрһәтмәһе буйынса, бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Тиҙҙән ошондай уҡ модулле фельдшер-акушер пункты Йәрмөхәмәт ауылында ла буласаҡ. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы төҙөлә башлай.