– Рустар – Рәсәйҙе дәүләт булараҡ барлыҡҡа килтергән халыҡ. Улар, әлбиттә, төп нигеҙҙе тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә башҡа бик күп халыҡ йәшәй. Улар өсөн дә Рәсәй - Тыуған ил. “Россия для русских” тигән өндәмә рустарға зарар ғына бирә, – тине Путин. – Бындай позиция ”мәмерйә милләтселеге”нең сағылышы. Бының таралыуына юл ҡуйырға ярамай, – тип тә өҫтәне ил башлығы. – Һәр этнос вәкиле ярҙамды тойорға тейеш, шул иҫәптән рус халҡы ла. Шул саҡта ғына беҙҙең илебеҙ үҫәсәк. Әле бына һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарҙың береһе – күп милләтле халҡыбыҙҙың татыулығы. Тулыраҡ бында:
http://kremlin.ru/events/president/news/65013.