Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 17:27

Вирус тағы дүрт кешенең ғүмерен өҙҙө

Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирустан тағы дүрт үлем осрағы теркәлгән.

Бөтәһе пандемия башланғандан алып, республикала 238 кешенең үлеменә тап ошо сир сәбәпсе булды.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 27 меңгә яҡынлаша. Һуңғы тәүлектә генә 153 кешенең ковид менән ауырыуы асыҡланған. Әлеге ваҡытта 255 пациент дауаханала ковидтан дауалана, шуларҙың 22– һе – ауыр хәлдә.
Бынан тыш, 161 пневмония менән ауырыу осрағы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 98 кеше был ауырыуҙан һауығып, дауаханан сыҡҡан.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас