Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 11:25

Радий Хәбиров: Бына тәүге һөҙөмтә

Башҡортостан Башлығы ауылды үҫтереү буйынса субсидия алыу тураһында хәбәр итә. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә яҙған.

“Наша команда организованно провела заявочную кампанию на привлечение средств для развития села. И вот первый результат. Распоряжением председателя правительства России Михаила Мишустина Башкортостану выделена субсидия из федерального бюджета для софинансирования комплексного развития наших сельских территорий в размере 237 млн рублей. Ещё примерно столько же мы рассчитываем получить в следующем году”, – тип яҙып ҡуйған Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә.
Бүленгән аҡса РФ Хөкүмәтенең резерв фондынан алынған. Шулай итеп, 237 миллион һумдың 144,8 миллионы Әлшәй районының Раевка ауылында мәктәп һәм һыу үткәргес төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Мәктәпкә – 138,5, торбаға – 6,5 миллион һум.
92,3 миллион һум аҡса Йылайыр районы үҙәген һыу менән тәьмин итеүгә тотоноласаҡ.
Беҙҙең республиканан тыш, субсидияны 21 төбәк алған.
Фото: vk.com
Читайте нас