Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 13:00

Кушнарендың Шәрип ауылы һыуһыҙ ҡалған

Бында 16 февралдә һыу этәреү башняһын электрҙан һүндергәндәр. Кушнарен район электр селтәрҙәре ("Башкирэнерго" ЯСЙ-һына инә) быны энергия өсөн бурыс йыйылыу менән аңлатҡан. Һөҙөмтәлә бөгөн төндә 35 градуслыҡ һыуыҡта һыу торбаһы туңған һәм мәктәп, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, ҡаттар йорто, үҙ ҡоҙоҡтары булмаған ауыл халҡы эсәр һыуһыҙ тороп ҡалған.


"ЧП" урынына ремонт бригадаһы ебәрелгән, район башлығы Руслан Ғиззәтуллин был хәлде шәхси контроленә алған. Ул электрҙы кире тоташтырыу буйынса РЭС менән һөйләшкән. Шуныһы асыҡланған - 2006 йылдан алып башняны энергия менән тәьмин итеү килешеүен В.В. Шепилов тигән кеше үҙ өҫтөнә алған, ҡоролманың социаль яҡтан әһәмиәтле икәнен бер кемгә лә белдермәгән һәм аҡса түләмәгән. Һөҙөмтәлә энергетиктар «ЭСКБ»-ның мотлаҡ үтәү документы буйынса электрҙы һүндергән. Был иһә 313 кешене һыуһыҙ тороп ҡалдырған.
Әлеге ваҡытта һыу тәьминәте кире тергеҙелгән, ә бына йыйылған бурысты ҡаплау буйынса аныҡлыҡтар юҡ. Рәсәй Думаһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерниковҡа был сетерекле хәл буйынса тикшереү яһау кәрәклеге буйынса мөрәжәғәт итте. Унда һыу этәреү башняһын хеҙмәтләндереүҙе 2006 йылдан алып шәхси кешегә тапшырылыуы тураһында әйтелә.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығына килеп эләккән ул документта ошолай тиелгән: «По сведениям, полученным от частного лица, 11 февраля 2021 года долг перед поставщиком электричества погашен полностью в размере 85 700 рублей. Однако данный факт при принятии решения об отключении в силу непонятных причин учтен не был. В соответствии с п. 117 раздела XI «Приостановление или ограничение предоставления коммунальных услуг Постановления Правительства №354 от 06.05.2011 года, исполнитель ограничивает или приостанавливает предоставление коммунальной услуги, предварительно уведомив об этом потребителя, в случае неполной оплаты потребителем коммунальной услуги в порядке и сроки, которые установлены настоящими правилами. В данном случае оплата была произведена, тем не менее, через пять дней электричество все-таки было отключено».
Фото: Т.Аманов
Читайте нас