+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 06:15
Күрше төбәк милли проект буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре Татарстанда фандомат системаһы эше менән танышты. Осрашыу Ҡазандың күп профилле мәктәбендә үтте.
Министр Урал Искәндәров етәкселегендәге делегация Ҡазан мәктәбендә "Уҡыусыларға экологик тәрбиә биреү" программаһы менән дә танышты.
Фандомат системаһы иһә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға ҡулайлаштырылған. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, фандомат - ул пластик һәм алюмин һауыттарҙы йыйыу буйынса автомат аппарат. Уға эләккән әйберҙәр сорттарға айырылып пресслана.
Татарстандың баш ҡалаһындағы күп профилле мәктәптә тап шул аппарат ҡуйылған да инде. Уртаса алғанда, фандоматтар ике көндә тула. Уны аҙнаһына биш тапҡыр бушатып торалар. Әйткәндәй, аппарат тулғас та, идара итеү үҙәгенә сигнал бирә икән.
Тиҙҙән беҙҙә лә шундайҙар ҡуйылыуы ихтимал. Беләһегеҙ, Рәсәйҙә "Экология" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса эш тә "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы" федераль проектына ярашлы алып барыла.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"