Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 09:00

Дәүләкәндә бөгөн ныҡ һыуыҡ

Әлегә тиклем был яҡтарҙа бер ҡасан да был тиклем һалҡын булыуы күҙәтелмәгән

Бөгөн иһә һауа температураһы рекорд ҡуйған –
райондың Романовка ауылында 33 градус һыуыҡ булған, Асылыкүлгә ҡарай 38 градус һалҡын булыуы билдәләнгән, был һалҡын – 40 градус кеүек тәьҫир итә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, быйылғы ҡыш – һуңғы йылдарҙа иң һалҡыны.
- Урамға сығып, машинамды йылытып, эшкә барырға уйланым. Һауа температураһын ҡарағандан һуң, был кәрәкһеҙ эш икәнен аңланым. Термометр 33 градус һалҡынлыҡты күрһәтһә лә, тышта бер минутта туңырға мөмкин. Һарайҙа торған малды йәл. Бинаны нисек кенә йылы тоторға тырышһаҡ та, бахырҡайҙар өшөй, – ти Романовка ауылы йәшәүсеһе Василий Поречный.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас