Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 09:40

Бишенсе урын «алтын»ға тиң…

Словенияла барған биатлон буйынса донъя чемпионатының сираттағы ярыш көнөндә, ир-аттар шәхси беренселектә көс һынашасаҡ.

Унда Рәсәй йыйылма командаһынан был юлы Александр Логинов, Матвей Елисеев, Евгений Гараничев һәм Кәрим Халили йүгерәсәк. Составҡа ҡарағанда, өмөт бер Логиновҡа ғына бар һымаҡ. Ә инде кисә ошо уҡ төрҙә ҡатын-ҡыҙҙар уҙышҡайны. Беҙҙән Светлана Миронова бишенсе урынға сығып, «алтын» яулағандай ҡыуанды. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул… Сөнки ул ғына әле Рәсәй составынан ошондай кимәлдәге уңышҡа өлгәште. Ҡалғандары ла былай һынатманы. Барыһы ла көслө 30 спортсы исемлегенә инде. Кимәлгә ҡарағанда. был да уңыш…
Фото: ТАСС.
Читайте нас