Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 07:05

Бөгөн – Изгелек эшләү көнө

Был халыҡ-ара иҫтәлекле датаның маҡсаты – кешене башҡаларға яҡшылыҡ эшләргә, мәрхәмәтлек күрһәтергә саҡырыу.

Тулы атамаһы - уйламаҫтан (ҡапыл ғына) изгелек күрһәтеү көнө икән. Ул 1998 йылда Токиола үткән Бөтә донъя хәйриә хәрәкәте конференцияһынан һуң булдырылған. Күп ил хуплаған.

Изгелек эшләү өсөн әллә ни күп кәрәкмәй. Уны ҡапыл ғына эшләргә лә мөмкин. Мәҫәлән, урамда кемдеңдер ярҙамға мохтаж икәнен күреп, ярҙам итһәгеҙ, балалы ҡатынды сираттан үткәреп ебәрһәгеҙ, йәмәғәт транспортында ололарға урын бирһәгеҙ – шул да изгелек.

Һәм, әлбиттә, хаҡ һорарға кәрәкмәй. Беҙҙең халыҡта “изгелек эшлә лә һыуға һал...” тип башланған әйтем дә бар.
Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә. Шуға ла, ой, минең фәлән-фәлән кешегә ярҙам иткәнемде береһе лә күрмәне, нисегерәк белдерәйем икән, тип хафаланып йөрөмәгеҙ...

Әйткәндәй, 13 ноябрҙә Бөтә донъя изгелек көнө билдәләнә. Рәсәйҙә 1997 йылдан алып “Яҙғы изгелек аҙнаһы” акцияһы үтә.
Фото: vk.com
Читайте нас