Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2021, 22:53

Ҡашҡар мәктәбендә һалдат менән осрашыу үтте

Йылайыр районы Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбенән хәбәр итеүҙәренсә, белем усағында йыл һайын әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыу үткәрелә.

Сираттағы осрашыу Мәскәү өлкәһендә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан Рафаил Юлгилдин менән булды. Рафаил үҙенең Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәүе хаҡында һөйләп, уҡыусыларҙы әрме хеҙмәтенән ҡурҡмаҫҡа, спорт менән дуҫ булырға, тырышып уҡырға өндәне. Класс етәксеһе Ләйсән Юлгилдина Рафаилдың бала сағы, класташтары тураһында йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Шулай уҡ мәктәп уҡытыусылары Фазылйән Әхмәт улы, Рафиҡ Сәмиғулла улы әрме хеҙмәте тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште. Дәрес аҙағында Рафаил Уйылдан улы мәктәп спортзалында уҡыусыларға хәрби күнекмәләрҙең бер нисә төрөн күрһәтте.
Көндөң икенсе яртыһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған волейбол ярышы үткәрелде. Уҡыусы егеттәргә ҡаршы мәктәп коллективының ир-егеттәр командаһы уйнаны. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була тигәндәй, ир-егеттәр командаһы уҡыусыларҙы бер нисә мәрәйгә ҡалдырып, еңеп тә ҡуйҙы. Мәктәп етәксеһе Илфат Сәмиғулла улы Алғошаев егеттәргә рәхмәт белдереп, уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар теләне.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас: