Етеп килеүсе байрамдар менән ҡотлап, был яйланманы яҡындарығыҙға бүләк итә алаһығыҙ. Һуңынан фотоға йәки видеоға төшөрөп, комитеттың рәсми почтаһына һәм социаль селтәрҙәге битләүенә ебәрәгеҙ. Сарала әүҙем ҡатнашыусыларҙы 30 апрелдә – Янғын һүндереүселәр көнөндә бүләкләйәсәктәр.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылыуы арҡаһында дүрт йыл эсендә уттан 500 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Был минисирена ҡиммәт түгел. Белеп булмай, бәлә килгәндә, ошо бүләк бәлки, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ әйбер булыр.