Бишбүләк районынан Муллағәлиевтар ғаиләһендә өс малай тыуған. Ата-әсәләре яңы тыуған балаларына бик матур исемдәр һайлаған: Таһир, Тамерлан һәм Тимур. Сабыйҙар 2020 йылдың 1 ноябрендә ваҡытынан алда донъяға килә һәм әлегәсә дауаханала табиптар күҙәтеүе аҫтында була.
“Беҙҙең өс игеҙәк бала тыуасағын белгәс, мин шаҡ ҡаттым. Йөҙ тапҡыр ҡатынымдан ҡайтанан һорағанмындыр, – ти ғаилә башлығы. – Беҙ хәҙер иң бай кешеләр”.