Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2021, 17:07

Республика вуздарын берләштереү хаҡында

Республиканың алдынғы вуздары – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация-техник университетын берләштереү мәсьәләһе йәмғиәттә ҙур бәхәс уятты.

Төрлө фекерҙәр бар. Физика өлкәһендәге ғилми асыштары, эҙләнеүҙәре, уңыштары менән Рәсәйҙә генә түгел, донъяла билдәлелек яулаған ғалим, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Руслан Зөфәр улы Вәлиевтың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа төбәктә мәғариф һәм фән өлкәһендә хәл насарая, был иһә Өфө дәүләт авиация техник университетында ла сағыла: абитуриенттар һаны кәмей, сифат төшә, уҡытыусыға эш арта, һөҙөмтәлә улар фән менән шөғөлләнеү һәм белемен камиллаштырыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡала, тикшеренеү ҡорамалдары ла иҫкерә. Ә фәнһеҙ, юғары белем биреү тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел.
Ҡыҫҡаһы, ҡарар ҡабул итергә ваҡыт. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ әҙерәк һуңланыҡ та, Татарстан беҙҙән күпкә алда бара. Күп нәмә административ ресурстан, республика ярҙамынан тора.
Проблеманы хәл итеү юлдарының береһе көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштереү, матди-техник базаны, инфраструктураны нығытыу. Әлбиттә, һәр ойошманы берләштереү – еңел процесс түгел. Һәр ҡарар айырым өйрәнелергә, ентекләп ҡаралырға тейеш. Әммә ыңғай тәжрибәләр бар. Белеүебеҙсә, төрлө ҡалаларҙа урынлашҡан вуздар берләштерелә һәм бик яҡшы эшләп килә. Мәҫәлән, Яр Саллы, Йылабуға, Чистополь институттарын үҙ эсенә алған Ҡаҙан федераль университеты. Төбәк һәм федераль кимәлдән дә һиҙелерлек матди ярҙам бар.
Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең формаһын билдәләү, яуаплылыҡ зоналарын бүлеп биреү һәм юл картаһын булдырыу мөһим. Йылдар буйы тупланған бәйләнештәрҙе файҙаланып, төҙөргә, үҫергә, ә уларҙы боҙорға түгел.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас