Килешеү төҙөмәйсә генә урамда таратыла торған сим-карталар, ҡағиҙә булараҡ, икенсе кешегә рәсмиләштерелгән. Бындай карталарҙан файҙаланыу мутлашыусыларҙың ниндәйҙер сервистарҙа ҡулланыусының аккаунттарына контроль урынлаштырыуына килтерә.Граждан , картаның ысын хужаһы булмағас, бер ниндәй хоҡуҡтарға ла эйә түгел. Бәхәсле хәл килеп тыуһа, үҙегеҙҙеке икәнлекте бер нисек тә раҫлай алмаясаҡһығыҙ.
Шулай уҡ мутлашыусылар картаны яңынан сығарыуы ихтимал. Был уларға барлыҡ шылтыратыуҙарҙы һәм алынған СМС- хәбәрҙәрҙе, хәбәрҙәр менән ебәрелә торған сервистарҙағы паролдәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күрергә лә мөмкинлек бирәсәк.