Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2021, 06:15

Милли проект: Урмансылар әҙерләнә

Быйыл Башҡортостанда 14,3 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү һәм киңәйтеү эштәре алып барыласаҡ. Был ҙур маҡсат "Экология" милли проектының "Урманды тергеҙеү" йүнәлеше буйынса ҡуйылған.

Урман шаулап үҫһен өсөн ҡырҡыған ағастар урынына сифатлы үҫентеләр ултыртырға кәрәк. Урмансылар бер ҡасан да буш булмай: урманды күҙәтеү, йәш үҫентеләрҙе һаҡлау, таҙартыу һ.б. кеүек эш йылдың һәр миҙгелендә лә мөһим.
Ағас ултыртыу осоро алдынан, мәҫәлән, питомниктарға урын хәстәрләү, үҫенте өсөн орлоҡтарҙы әҙерләү, төрлө сирҙән һаҡлау бурысы ла тора.
Беҙҙә бигерәк тә ылыҫлы ағастарға ҙур иғтибар бирелә.
Әле көндәлек күҙәтеүҙәр алып барыла.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас