Ә һуңғы ваҡытта бында арпа ҡәһүәһе, ондан, киптерелгән емеш-еләктән тәбиғи пасталар етештерә башлағандар.
Кооператив етәксеһе Салауат Мозафаров әйтеүенсә, “Ағиҙел” файҙалы тәмлекәстәр етештереү менән етди шөғөләнергә планлаштыра. Уның нигеҙендә — үҙҙәре етештергән бойҙай оно менән тәбиғи ингредиенттар (кипкән емеш-еләк, сәтләүектәр, кокос һ.б.). Һәм бер ниндәй ҙә шәкәр ҡушылмай.
“Бер мәл ниңә беҙгә сеймал һатырға, уны үҙебеҙ эшкәртә, сифатлы он етештерә алабыҙ бит, тигән уйға килдек. Шул йылда БР Ауыл хужалығы министрлығында килем килтереүсе проекттарға грантҡа конкурс иғлан ителде”, – тип һөйләй кооператив рәйесе.
1,2 млн һум күләмендә алынған грантҡа кооператив ағзалары тирмән, ҡатнаш аҙыҡ ҡоролмаһы һатып ала. Эш башланғандан алып, ассортимент та киңәйгән. Әлеге ваҡытта 20 төр бойҙай оно етештерелә.
Салауат Мозафаров әйтеүенсә, ондо һатып алыусылар һәр саҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар уның менән генә сикләнмәй. Сәләмәтлек өсөн файҙалы һәм тәбиғи тәмлекәстәр етештерергә ҡарар итә. Әлеге ваҡытта был йүнәлеш өҫтөндә эш башланып ҡына тора. Әммә тиҙ арала кооператив республиканың башҡа ҡалаларында ла сауҙа нөктәләренә сығырға, артабан иһә сәләмәтлек өсөн файҙалы тәмлекәстәр менән Мәскәүҙе яуларға уйлай.
Фото:БР Ауыл хужалығы министрлығы.