Киләсәктә ике йәки унан да күберәк балалары булғандар ипотеканы иң түбән процент менән алырға мөмкин. Иҡтисади мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә РФ Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә Үҙәк банк менән 2021-2024 йылдарға льготалы ипотека программаларын бойомға ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан. Ил башлығы күп балалыларға процент ставкаларын кәметеү тәҡдимен индергән.