Иҫерешкәс, икеһе араһында ғауға ҡупҡан.
Ошоға тиклем егерме йыл спиртлы эсемлектәр эсмәгән йорт хужаһы ярһып китеп, ҡунағының күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған.
Шунан ҡурҡыныс ҡылығын аңлап, "Тиҙ ярҙам"ды саҡырған, полицияға шылтыратҡан.
Яраланған иргә операция яһағандар, уның хәле һәйбәт.
Ә бына йорт хужаһының хәле шәптән түгел, уны ҡулға алғандар, енәйәт эшен асҡандар.