Сәйәхәтсе һәм Ерҙе өйрәнеүсе Христофор Колумб арҡаһында ананас Европаға килеп еткән. Хужабикәләр уны табынды биҙәр өсөн йыш ҡуллана.
Ананас көнө – сағыштырмаса яңы байрам. Ябай ананас та түгел, ә тап яңы өҙөлгәне (свежий ти урыҫтар) иғтибар уртаһында була икән.
Бына әле генә ҡырҡып алынған ананаста витаминдар “гөжләп” тора, ти. Беҙҙә булмағас, яңыһын ҡайҙан алайыҡ? Ул үҫкән яҡтарға сәйәхәткә барғанда ғына ашарға тура килә инде.
Ҡытайҙарҙың “инь”, ”янь” тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр. Ананас “инь” энергияһына тура килә. Йәғни, ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Эҫенән бигерәк тә һаҡлай икән. Организмға һыуытыусы булараҡ тәьҫир итә.
Дауа йә профилактика рәүешендә ҡулланыуға килгәндә, ананастың йомшағын алып, уға емеш-еләк, лимон, имбир ҡушып, һалҡын тейгәндә файҙалы һәм тәмле “дарыу” эшләргә була.