Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2021, 19:32

Республикала туй үткәреү күпмегә төшә?

Баш ҡалабыҙ иң ҡыйбатлы туйҙар үткәрелгән биш ҡала исемлегенә эләкте.

Ғашиҡтар көнө алдынан үткәрелгәнмониторинг һөҙөмтәләре буйынса, Волга буйы ҡалалары рейтингында Өфө иң ҡыйбатлы туйҙар үткәрелгән бишәү исемлегендә дүртенсе урын алды.
Белгестәр һанауынса, республикала туй үткәреү өсөн уртаса 212 мең һум кәрәк: Волга буйы ҡалаларында был һан уртаса – 203, ил буйынса – 188 мең һум тәшкил итә.
Ҡыҙыҡ, әммә беренсе урында сағыштырмаса ҙур булмаған Яр Саллы ҡалаһы. Ҙурлығы буйынса Стәрлетамаҡ кеүек булған ҡала ил буйынса ла беренсе урында. Бында туй үткәреү өсөн уртаса 225 һумға эйә булырға кәрәк. Икенсе урында- Саранск ҡалаһы (221 мең), өсөнсөлә – Йошкар-Ола (217 мең). Бишенсе урында - Ҡазан (211 мең).
Ил буйынса иң күп туйҙар Махачкалала, Түбәнге Новгородта һәм Санкт-Петербургта үткәрелә икән. Кәләштәрҙең дүрттән бер өлөшө туйҙың уңышы – матур күлдәктә, тәмле аш-һыуҙа һәм байрам тортында тип иҫәпләй.
Һорауҙарға яуап биреүсе йәштәрҙең күбеһе туй бүләге рәүешендә аҡса тапшырыуҙы хуп күрә. Ә бына туй сәйәхәте, картиналар һәм йорт техникаһы бүләк итеүҙән тыйылығыҙ – күптәргә бындай бүләктәр оҡшамай.
Фото:pixabay.com
Читайте нас