Ике сәғәт элек йырсы ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Иртәнге сәғәттәрҙә Гүзәл Ураҙова менән Илдар Хәкимовтың дүртенсе сабыйы — ҡыҙҙары тыуған. Баланың буй оҙонлоғо — 55 сантиметр, ауырлығы 3770 грамм булған. Йырсы Инстаграм селтәренә яңы тыуған сабыйын тотоп төшкән фото ҡуйған. Яҙма егерме минут эсендә меңләгән «лайыҡ» йыйған, ижади ғаиләгә биш меңгә яҡын кеше ҡотлау яҙырға өлгөргән.